Түбәнге Новгород ҡалаһында ҡоростан төҙөлгән заманса теплоходта 300-ҙән ашыу пассажирҙы йөрөтөп була. Белгестәр уны 4-5 йондоҙло отелгә тиң тип баһалай. Һыу транспортында иркен китапхана, ресторан, конференция залы һәм башҡа уңайлыҡтар ҡаралған.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемен йөрөткән судноны Рәсәйҙә булған бөтә йылғаларҙа, диңгеҙҙәрҙә осратырға мөмкин буласаҡ. Оҙонлоғо 141 метр тәшкил иткән транспорт сараһы сәғәтенә 25 километр тиҙлек менән хәрәкәт итә ала. Ышаныслы лайнерҙың - мотор майы 15 тәүлеккә тиклем етә. Заманса теплоходҡа Мостай Кәрим исеме бирелеүе лә осраҡлы түгел, ул бөйөк шәхестең исемен мәңгеләштерә.
6000 километр алыҫлыҡҡа йөрөй алған круиз пассажирҙарҙы Мәскәүҙән Әстрханға, Санкт-Петербург, Дондағы Ростов ҡалаларына ташыр тип күҙаллана. 342 кешегә иҫәпләнгән һыу судноһында стандарт һәм люкс класслы каюталар ҡаралған.
Тәүге сәфәргә "Ҡыҙыл Сормов" заводынан ҡуҙғалған круизда бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Конференция һәм спорт залдары, китапхана, ял итеү бүлмәһе,медицина үҙәге, ашхана -ресторандар - барыһы ла бергә тупланған. Биш йондоҙло лайнерҙы төҙөр өсөн 4 млрд һумдан ашыу аҡса тотонолған. Мостай Кәрим круизы башлыса сит ил пассажирҙарын йөрөтөүгә иҫәпләнгән.





