Башҡортостан Канадала үткән «Апимондия» халыҡ-ара конгресында һигеҙ миҙалға лайыҡ булды

Улар араһында өс алтын, ике көмөш һәм өс бронза миҙал. Шулай уҡ республиканың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге лә 6 миҙал яуланы. Жюри иғтибарына умартасыларҙың бер нисә төр балы һәм башҡа продукциялары тәҡдим ителде.

Фото №1 - Башҡортостан Канадала үткән «Апимондия» халыҡ-ара конгресында һигеҙ миҙалға лайыҡ булды

Эксперттар Башҡортостандың милли стилдә биҙәлгән стендын юғары баһаланы. Шулай ҙа иң юғары награда ул йүкә балы нигеҙендә эшләнгән косметика.

Иглин районы умартасыһы Владимир Кугейко умарталығынан алынған йүкә балы ла сифат өсөн алтын миҙал яуланы. Балауыҙ декоратив шәмдәр ҙә юғары пробалы миҙалдар менән билдәләнде.

Юғары наградаға Башҡортостан эшҡыуарҙары ла лайыҡ булды. Республиканың ғорурлығы һәм бренды һаналған кәрәҙҙәге йүкә балы алтын миҙал менән бүләкләнде. Шулай уҡ беренсе дәрәжә награданы айыу формаһындағы шәм дә яуланы.

Волна
Акции БСТ