Өфөлә шаурма ашап ағыуланыусыларға бәйле мәғлүмәттәр аныҡланды

Бөгөн төндә 15 кешенең, шул иҫәптән 5 баланың Бикбай урамында урынлашҡан бистроларҙың береһендә шаурма ашап ағыуланыуы асыҡланған. 14 кеше дауаханаға оҙатылған. 5-еһенең, шул иҫәптән 4 баланың хәле ауыр тип баһалана.

Фото №1 - Өфөлә шаурма ашап ағыуланыусыларға бәйле мәғлүмәттәр аныҡланды

Был хәл Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы контролендә. Тәфтиш комитеты һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте лә ваҡиға буйынса тикшереү башлаған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ