Инвалид балаларҙы ашатыуҙы ойоштормаған өсөн вазифанан ҡолаҡ ҡағырға мөмкин. Ҡолаҡ, күҙ ауырыуҙары һәм шәкәр диабеты менән сирләгән балаларҙы туҡланыу исемлегенән төшөрөп ҡалдырған өсөн етәкселәр яуап тоторға тейеш. Был турала бөгөн Радий Хәбиров Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында үткән мәғариф сәғәтендә белдерҙе. Кәңәшмәлә шулай уҡ бюджет урындарын арттырыу, матди-техник базаны нығытыу хаҡында ла һүҙ барҙы. Улар хаҡында тулыраҡ беҙҙең сайтта.
Уҡыу йорто биләмәһе янғын майҙанын хәтерләтә, ут һүндереүселәр һыу шлангтарын һуҙа, кешеләрҙе ҡотҡара. Бәхеткә, был ысын фажиғә түгел, шартлы күнекмәләр генә. Колледжда янғын хәүефһеҙлеге факультеты эшләй, дәрестәр практика менән үрелеп бара.
Мәғариф учреждениеһының матди-техник базаһы ла көслө, федераль грант буйынса заманса лабораториялар асылған. Әммә барлыҡ система яңырыу кисерә тип әйтеп булмай. Мәҫәлән,Сибайҙың күп профилле колледжы иҫке бинала эшләй. Кабинеттар, лабораториялар ҡыҫынҡы, урын етмәй. Ә матди-техник базаны заман талаптарына яраҡлаштырыу бик мөһим. Был бигерәк тә Вордскилс кеүек халыҡ-ара ярыштарға әҙерлек мәлендә һиҙелә. Әйткәндәй, тап ошо Сибай колледжы студенты Илмир Сәйетбатталов быйыл донъя кимәлендәге ярышта Рәсәй данын яҡланы.
Радий Хәбиров мәғариф сәғәтендә урта һөнәри уҡыу йорттарында өҫтәмә бюджет урындары асыу мөмкимнлеген ҡарарға ҡушты. Ихтыяж йылдан-йыл арта, ә финанслау кәмей. Республика етәксеһе бушлай уҡыу урындарын 3 меңгә артттырырға ҡушты, ошо маҡсатта 192 миллион һум аҡса талап ителә. Кәңәшмәлә мәктәптәрҙә балаларҙы туҡландырыу хаҡында ла һүҙ барҙы, һуңғы осорҙа социаль селтәргә килгән мөржәғәттәрҙең иң күбеһе ошо темаға бәйле. Бигерәк тә инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр саң ҡаға. Быйылдан бушлай туҡланыу өсөн һаулығы сикләнгән тигән документ талап ителә. Ә ҡолаҡ, күҙ ауырыуҙары, шәкәр диабеты өсөн справка бирелмәй. Радий Хәбиров тиҙ арала мәсьәләне юҡ итеү бурысын ҡуйҙы, юғиһә, етәксе креслоһы менән хушлашырға тура киләсәк.
Справканы махсус комиссия бирә, әле унда инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләрҙән сират барлыҡҡа килгән. Радий Хәбиров был категорияға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға, өҫтәмә ҡатмарлыҡтар тыуҙырмаҫҡа ҡушты. Өфө ҡалаһы мәсьәләне хәл иткән, бөгөн ҡала хакимиәте башлығы инвалид балаларҙы бушлай туҡландырыу хаҡындағы ҡарарға ҡул ҡуйған. Баш ҡалала был исемлектә 602 уҡыусы. Ә республика буйынса мәсьәлә асыҡ килеш ҡала.





