15 кеше ағыуланған, әле улар дауаханала ята, дүртеһе ауыр хәлдә. Биш бала һәм өлкәндәр, бер ауырлы ҡатын кисә Сипайлово биҫтәһендәге киоскынан шаурма алып ашағандан һуң үҙен насар тойған. Көнсығыш ризығы менән сауҙа итеүсе кибет ябылған, унда күп һанлы ҡағиҙә боҙоуҙар теркәлгән.
5 һәм ун йәшлек балаларҙы бер шаурма менән һыйлау реанимацияға эләгеү менән тамамланыр тип улар уйламаған. Бәхтейәр менән Гөлшан кисә төш ваҡытында Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге Маршал Жуков һәм Баязит Бикбай урамдары киҫелешендәге шаурма кибетенә туҡтай. Уларҙы Хәләл билдәһе йәлеп итә. Тик был төндө улар аяҡ өҫтөндә үткәргән. Ике балалары ла ҡаланың 4-се дауаханаһында ауыр хәлдә.
Был кибеттән шаурма алып ашаған 15 кеше дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 14 дауаханала ята, ауырлы ҡатын перинаталь үҙәккә күсерелгән.
Халыҡтың иң күп йөрөгән ере бөгөн дә буш түгел. Киосктың эшмәкәрлеге хоҡуҡ органдары тарафынан тикшерелә. Бөтә продукция анализға ебәрелгән.
Асыҡланыуынса, был кибеттән шаурма алып ашап ағыуланыуылар 15 кеше генә түгел. Быға тиклем дә ошондай хәл теркәлгән. Әммә улар бер ҡайҙа ла хәбәр итмәгән.
Кибет Маршал Жуков туҡталышының өҫтөндә тиерлек урынлашҡан. Ни өсөн был киосктар эшмәкәрлегенә юл шулай асыҡ? Был урамдар киҫелешендә генә өс кибет бар – Питер шавермаһы, Утта ҡыҙҙырып бешерелгәне һәм Хәләл -йәнең ниндәйен теләй. Һәр береһендә санитар талаптарҙың үтәлмәүе көн кеүек асыҡ. Халыҡта ниңәлер беҙҙең өсөн ят ризыҡҡа ҡыҙығыу бар. Һорау булғас тәҡдим дә арта.
Осраҡ буйынса енәйәт эше асылған. Халыҡ өҙөлмәгән урынды әле кешеләр урап үтер. Сөнки бында ашамлыҡ еҫе түгел, ә хлор еҫе аңҡый. Киоск бинаһы тулыһынса хлор ҡатнашмаһы менән эшкәртеледе.Сирҙең сығанағы һәм ағыуланыу сәбәбе роспотребнадзор һәм эпидимиологтар яһаған анализ һөҙөмтәләре буйынса билдәле буласаҡ.




