Республикала 2 миллион ярым тонна уңыш йыйып алынған

Башҡортостан ауыл хужалығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ураҡ кампанияһы һөҙөмтәләре буйынса Илеш, Саҡмағош һәм Стәрлетамаҡ райондары алдынғылар иҫәбендә. Стәрлебаш хужалыҡтары бөгөн ураҡтың 80 процент самаһын теүәлләгән. Әлеге ваҡытта төбәк хужалыҡтары ярауай бойҙай культураһын урып-йыйыу менән мәшғүл. Гектар ҡеүәте 20-25 центнер тәшкил итә.

Фото №1 - Республикала 2 миллион ярым тонна уңыш йыйып алынған

Әбейҙәр сыуағының һанаулы көндәрендә баҫыуҙа эш бер минутҡа ла тынмай. Механизаторҙар урып-йыйыу эштәрен, ужым культураларын сәсеү менән йәнәш алып бара.

Был баҫыуҙар Стәрлебаш районының "Стәрле" колхозы ҡарамағында булған. Үҙгәртеп ҡороуҙар осоронан һуң, ер көтөүлеккә тапшырыла. Егерме йылға яҡын буш торғандан һуң, быйыл тәүге эштәр башҡарылды. Яҙын сиҙәм эшкәртелһә, бөгөн ужым бойҙайы сәселә.

Хәбәрсе. Ағас-ҡыуаҡлыҡтар баҫҡан баҫыуҙы эшкәртеү өсөн механизаторға күп көс һалырға тура килә. Һөҙөмтәһе ҡыуандыра. Ер ял иткән, ти механизаторҙар. Шуға ла, киләһе йыл уңыштың мул булырына өмөт бар.

Баҫыуҙы элекке хәленә ҡайтарыу өҫтөндә эш тик бының менән сикләмәйәсәк, ти ауыл эшсәндәре. Ә юл аша ғына ураҡ эштәренең һуңғы гектарҙары барлана. Рәткә теҙелгән комбайндар эште тағы ла тиҙләтеп, уңышты ваҡытында ырҙын табағына ебәреүгә булышлыҡ итә. Стәрлебаш районында әлеге ваҡытта көҙгө урып-йыйыу кампанияһы 83 процентҡа тиклем теүәлләнгән.

Ураҡ эштәре Стәрлебаш районында аҙна-ун көн эсендә тамамланыр тип көтөлә. Башҡа йылдар менән сағыштырғанда, уңыштың уртаса кимәлдә ҡалыуы билдәләнә. Ярауай бойҙай һәм арпа культуралары ярайһы уҡ мул булыуы ҡыуандыра, ти стәрлебаштар. Бер гектар майҙандағы уңыш 20-25 центнерҙан да кәм түгел.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Волна
Акции БСТ