Республикала йыл башынан теркәлгән 9 меңгә яҡын янғында 192 кеше һәләк булған

Башҡа йылдарҙан айырмалы күңелһеҙ статистиканың күтәрелеүе күҙәтелә. Был хаҡта бөгөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының коллегия ултырышында билдәләнде. Кәңәшмәлә әйтелеүенсә, күпселек осраҡтар кеше факторына бәйле. Тәү сиратта эскелеккә барып тоташа.

Фото №1 - Республикала йыл башынан теркәлгән 9 меңгә яҡын янғында 192 кеше һәләк булған

Коллегия ултырышында янғын хәүефһеҙлегенә ҡаршы эшләнгән саралар ҙа барланды. Быйыл республикала ике янғын һүндереү часы сафҡа ингән. Яҡын арала тағы ла өсәүһе файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Йорттарҙы янғын иҫкәртеүсе ҡоролмалар менән йыһазландырыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен биргән. 283 кешенең ғүмере һаҡланып ҡалған. Уларҙың яртыһы балалар. Шуға ла эш тик бының менән сикләнмәйәсәк, ти билдәләнде ултырышта. Республикала ҡотҡарыу отрядтары һанын арттырыу ҙа быйыл уңышлы булған. Һыу инеү миҙгелендә 3 меңдән ашыу кешенең ғүмере ҡотҡарылған.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ