Башҡортостан Канаданан Апимондияны уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итеп алды

Республика вәкилдәренә умартасылар конгресы үткән илдәргә күсә килгән сынйыр тапшырылды. 47-се Бөтә донъя умартасылары йыйынын уҙғарыу хоҡуғын республика ике йыл элек Истамбул ҡалаһында яулап алғайны.

Фото №1 - Башҡортостан Канаданан Апимондияны уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итеп алды

Теүәл илле йылдан һуң йәнә беҙҙең ҡулда. Башҡортостан ер шарының тиҫтәләгән иленә күсә килгән сынйырҙы Рәсәйгә алып ҡайтты. Тәүге һәм һуңғы тапҡыр Апимондия конгресын Мәскәү үткән быуаттың 71-се йылында ҡабул иткән. Сынйырҙың Өфөгә ҡайтыуы илдәр сылбырын йәнә Рәсәйҙә берләштерә.

Эстафетаны ҡабул итеп алыу менән Башҡортостан 47-се Апимондияға әҙерлектең финиш һыҙығына сығасаҡ. Башҡортостанға бөтә донъя умартасылар йыйынын үткәреүгә юғары кимәл ҡуйылды. Ике йыл элек Истамбулда үткән конгресс Апимондия тарихында иң күләмлеһе тип танылды. Әйткәндәй, тап төрөк компанияһы Башҡортостанға умартасылар йыйынын үткәрергә ярҙам итәсәк.

Мин Башҡортостанда булғаным бар. Беҙҙең халыҡтарҙың күп кенә уртаҡ сифаттары бар. Төрөктәр ҙә башҡорттар шикелле ҡунаҡсыл һәм 47-се Апимондия ла беҙҙәге кеүек яҡшы үтеүен теләйем. Бының өсөн бар көсөбөҙҙө һәм тәжрибәбеҙҙе бирәсәкбеҙ. Конгресты ойошторғанда төп өс мәсьәлә бар. Тәү сиратта виза алыу ябай булырға тейеш, икенсенән, ҡунаҡханаларға хаҡтарҙы саманан тыш арттырыу ҙа ярамай һәм өсөнсөһө таможня мөмкин тиклем асыҡ булыуы шарт.

Тап виза алыу мәсьәләләренең ҡатмарлы булыуы сәбәпле, Канадаға ҡатнашырға теләп тә килә алмаусылар күп булды. Йәмғеһе 134 илдән алты меңдән ашыу кеше һәм 240 экспонент ҡатнашты. Башҡортостанға тағы ла күберәк ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Сөнки Канадалағы Рәсәй илселеге виза биреү шарттарын мөмкин тиклем уңайлаштырырға тырышасаҡ.

«2021 йылда электрон виза бирелә башлаясаҡ. Был үҙгәрештәр Рәсәйгә инеү шарттарын күпкә еңеләйтәсәк. Бындай күләмле саралар ойошторолған ваҡытта өҫтәмә ташламалар ҙа бирелә. Теләгән һәр кеше килә алып Башҡортостанда уҙған Апимондия иң күләмлеһе һәм сағыуы булыр тип уйлайбыҙ. Һәр хәлдә бының өсөн бар көстө һалабыҙ.

Автор: Айнур Кәбиров.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ