Йылҡысылыҡта алдынғылыҡты бирергә йыйынмайбыҙ. Был турала Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте. Тармаҡты үҫтереү мәсьәләләре Республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә лә тикшерелде.
Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, йылҡысылыҡ беҙҙең өсөн милли традиция ғына түгел. Ул - иҡтисадыбыҙҙың мөһим өлөшө. Беҙ - аттарҙың һаны буйынса илдә икенсе, тармаҡта 50 меңдән ашыу кеше эшләй. Ләкин һуңғы ваҡытта ул тарҡала башланы. Белгестәр етешмәй, хужалыҡтарҙың һәм ипподромдарҙың матди базаһы иҫкерә.
Йылҡы һаны кәмей, легендар башҡорт аты генофондының сифаты ла түбәнәйә. Килеп тыуған пробемаларҙы хәл итеү маҡсатында Хөкүмәт ултырышында бер нисә ҡарар ҡабул ителгән. Улар 2020 йылға тоҡомсолоҡ эшен тәртипкә килтереү, тармаҡҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн даими ат сабыштары уҙғарыу, йылҡы үрсетеүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү, киләһе йыл белгестәрҙе уҡыта башлау һәм балалар ат-спорт комплекстарына булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота.





