Республика коммуналь хеҙмәттәре йылытыу миҙгеленә әҙер

Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерелде. Һалҡындарҙы ҡатмарлыҡһыҙ үткәреү өсөн республика бюджетынан 8 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән. Ғәҙәттәгесә, иң тәүге булып йылытыу селтәренә социаль объекттар тоташтырыла, әле үк ҡайһы бер муниципаль берәмектәр миҙгелде асҡан да инде.

Фото №1 - Республика коммуналь хеҙмәттәре йылытыу миҙгеленә әҙер

Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ ихаталарҙы, подъездарҙы ремонтлау буйынса Республика программаһы үтәлеше, медицина учреждениеларын белгестәр менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә ҡаралды.

400-ҙән ашыу ихата һәм 4 мең тирәһе подъезд. Республика программаһы сиктәрендә быйыл меңдәрсә халыҡ өсөн уңайлы мөхит тыуҙырылған. Әле муниципаль берәмектәр һуңғы майҙандарҙы теүәлләй, әммә был эш ахырына яҡынлаша тигән һүҙ түгел, бары һыуыҡтар төшөү сәбәпле, туҡтатыла ғына. Программа биш йылға иҫәпләнгән, киләсәктә уларҙы берләштерергә лә тәҡдим ителде. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ремонтҡа аҡсаны иҫәпһеҙ йүнәлтеп булмай, халыҡта һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү ҙә шарт.

Һалҡындар башланыу менән йылытыу миҙгеле лә асыла. Республика ҡаҙнаһынан ошо маҡсатта 8 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелә. Сумманың төп өлөшө күп ҡатлы йорттарҙы ремонтлауға, заманса ҡаҙанлыҡтар, коммуналь объекттар төҙөүгә тотонолған. Әле муниципаль берәмектәрҙең күбеһе миҙгелгә әҙер, ҡайһы бер ҡала-райондар йылылыҡты тоҡандырған да инде.

Оператив кәңәшмәлә ҡаралған тағы бер һорау медицина тармағына ҡағыла. Аҡсалата дәртләндереү саралары проблеманы өлөшләтә хәл иткән, әммә тулыһынса түгел. Радий Хәбиров урындағы үҙидара етәкселәренә табиптарҙы урындарҙа ҡалдырыу, йәлеп итеү өсөн бөтә шарттар тыуҙырырға ҡушты.

Тағы бер киҫкен мәсьәлә - ауыл юлдарына ҡырсынташ түшәү менән бәйле. Республика етәксеһе билдәләүенсә, халыҡтан яҙлы-көҙлө үткеһеҙгә әйләнгән юлдар хаҡында мөржәғәт йыш килә. Әле боҙ урынынан ҡуҙғалды тип әйтергә мөмкин, әммә бер километр юлдың хаҡы төбәктәрҙә төрлөсә сыға. Мәҫәлән, бер районда 500 мең, икенсеһендә 5 миллион. Төп маҡсат урындағы материалдарҙы файҙаланыу, тине Радий Фәрит улы. Тик ҡайһы бер муниципаль берәмектәр карьер булмауға һылтана. Мәҫәлән, Бөрөләр. Әммә районда таш эшкәртеү урыны барлығы асыҡланған.

Оператив кәңәшмәлә, Мәскәүҙә үтәсәк Башҡортостан көндәре хаҡында ла һүҙ барҙы, был аҙнала илдең баш ҡалаһында күләмле мәҙәни саралар ойошторола. Ә Өфөлә Башҡортостан башлығы инаугурацияһы уҙасаҡ, унда республиканың киләһе биш йылға үҫеш стратегияһы тәҡдим ителә.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ