Бүздәк районында ике үлем осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған

Бүздәк районында ҡот осҡос ваҡиға теркәлде. Шығайҡулбаш ауылында шәхси йортта билдәһеҙ кеше 35 йәшлек ҡатынды һәм уның өлкән йәштәге әсәһен үлтергән. Был хәлдең шаһиты - һигеҙ айлыҡ сабый ғына иҫән ҡалған. Ике үлем осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото №1 - Бүздәк районында ике үлем осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған

Хоҡуҡ һаҡлау органдары шик аҫтындағы кешене билдәләгән. Ул ҡатындың 34 йәшлек элекке тормош иптәше, йәғни, баланың атаһы булыуы ихтимал. Ирҙең Салауат районынан булыуы мәғлүм. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, полиция хеҙмәткәрҙәре фажиғәлә ғәйепләнеүсе тап ошо ирҙе эҙләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ