Башҡортостандың кеше хоҡуҡтары буйынса советы рәйесе итеп Владимир Барабаш тәғәйенләнде

Бөгөн йәмәғәт ойошмаһының тәүге ултырышы уҙҙы. Республикала яңы барлыҡҡа килгән орган граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иркен яҡлауға махсуслашҡан. Кеше хоҡуҡтары өлкәһендәге ҡануниәт үтәлешен күҙәтеү ҙә совет ағзалары ҡарамағында.

Фото №1 - Башҡортостандың кеше хоҡуҡтары буйынса советы рәйесе итеп Владимир Барабаш тәғәйенләнде

Владимир Барабаш, Башҡортостандың кеше хоҡуҡтары буйынса советы рәйесе: “Был бик ҡыйыу аҙым. Үҙ кеше хоҡуҡтары буйынса советы менән һәр төбәк тә маҡтана алмай. Икенсенән, ойошманың күпселек ағзалары власҡа ярамаған кешеләр. Улар менән бергә эшләү теләге белгертеү ихтирамға лайыҡ”.

Ойошмаға 36 ағза ингән. Улар башлыса йәмәғәтселек фекерен иҫәпкә алып, хоҡуҡ яҡлау, халыҡ мәнфәғәте өсөн әүҙем көрәшкән кешеләр араһынан һайлап алынған. Ресапубликала йәшәүселәр үҙҙәре үк кандидаттар тәҡдим иткән. Яңы барлыҡҡа килгән орган алдында етди бурыстар тора, тине Радий Хәбиров.

Автор: Айнур Кәбиров.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ