Яңауыл ҡалаһының Азин урамындағы йорттарҙың береһендә 44 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табылған

Мәрхүмәнең алты йәшлек улы бер нисә көн мәйет янында яңғыҙ булған. Иң беренсе малайҙы балалар баҡсаһы тәрбиәселәре эҙләй башлай. Улар 30 августан бирле ҡатынға шылтыратып, бәйләнешкә инә алмай. Фатирына ла инеп булмай: ишек бикле, бер кем дә яуап бирмәй.

Фото №1 - Яңауыл ҡалаһының Азин урамындағы йорттарҙың береһендә 44 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табылған

Эҙләй торғас, ҡатындың әхирәте табыла, унда фатирҙың асҡысы булыуы асыҡлана. Ишекте асҡас, ул ҡот осҡос күренешкә тарый: ҡатын үле була, кәүҙәһе серей башлаған. Ә баланың хәле үтә ауыр, ул аслыҡтан хәлһеҙләнеп йығылған була. Әлеге ваҡытта бала ҡала дауаханаһының реанимация бүлегенә урынлаштырылған, уны Республика балалар клиник дауаханаһына күсереү мәсьәләһе ҡарала.

Әлеге ваҡытта малай менән психологтар эшләй. Консультация биреү өсөн махсус рәүештә Өфөнән табиптар һәм профессорҙар килгән. Әйткәндәй, ғаилә имен һанала, иҫәптә тормай. Бала менән әсә икәүһе генә йәшәгән. Ҡайғылы хәбәр тураһында мәғлүм булыуы менән Яңауылға Мәскәүҙән ҡатындың апаһы ҡайтҡан. Малайҙың киләсәктә уға тапшырылыуы ихтимал. Бер үк ваҡытта мәрхүмәнең үҙенә ҡул һалған тигән мәғлүмәт бар. Әммә үлем сәбәбе судмедэксперттар тикшереүенән һуң билдәле буласаҡ.

Милана Скоробогатова, Башҡортостандың бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле: “Әлеге ваҡытта опека органдары тарафынан баланың артабанғы яҙмышы хәл ителә. Шулай уҡ яҡын туғандары тикшерелә. Мин һәр ваҡыт бындай фажиғәләрҙе иҫкәртергә мөмкин булыр ине иҫәпләйем. Әммә бөгөнгө йәмғиәт элекке тормош ҡағиҙәләренән ситләшкән. Шунлыҡтан бер-беребеҙҙең проблемаларын күрмәйбеҙ ҙә, ишетмәйбеҙ ҙә”.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ