Бәхетһеҙ осраҡ 6 сентябрҙә Туймазы ҡалаһында урынлашҡан "Железобетон" заводында теркәлә. Цех хеҙмәткәре эш урынында йәрәхәт ала. Ләкин документтар буйынса ул ялда булып сыға. Зыян күреүсенең туғандары дөрөҫлөктө табырға тырыша.
Руслан Мостафин ауыр операция үткәргән. Ирҙең өҫтөнә цехтарҙың береһендә урынлашҡан крандағы йөк килеп төшә. Һөҙөмтәлә, уның ашҡаҙаны ике урындан йыртылған. Зыян күреүсе хәтерләүенсә, ауыр нәмә арҡаһына килеп төшә, ныҡ ауыртыныуҙан ул бер нәмә лә һиҙмәй.
Шунда уҡ цех етәксеһе өҫтәмә ял һорап ғариза яҙырға ҡушты, ти Руслан Мостафин. Шаңҡыу хәлендә булған ир ҡағыҙға ҡултамға ҡуя. Зыян күреүсенең туғандары әйтеүенсә, фажиғәне производстволдағы йәрәхәт тип танырға теләмәйҙәр.
Зыян күреүсенең хоҡуҡтарын хәҙер ағаһы яҡларға тырыша. Фажиғәнең деталдәрен асыҡлар өсөн, ойошма етәкселеге менән осраштыҡ. Ләкин, хеҙмәткәрҙең цехта ни эшләп йөрөгәнен ойошма етәкселәре яуапһыҙ ҡалдырҙы.
Предприятие фажиға тураһында дәүләт хеҙмәт инспекцияһына хәбәр итергә тейеш булған. Ҡағиҙә буйынса бының өсөн бер тәүлек ваҡыт бирелә. Бәләнән 11 көн үтһә лә идара әле һаман белдереү ҡағыҙы алмаған.
Производстолағы ҡазаланыу тураһындағы мәғлүмәт ваҡытында билдәле булмай. Зыян күреүсе дауаханаға килгәс өҫтөмә шкаф ҡоланы, тип әйтә. Тимәк, көкүреш йәрәхәте килеп сыға. Бының турала табиптар полиция хеҙмәткәрҙәренә еткерергә тейеш түгел.
Пациент ғүмерен табиптар ҡотҡарып өлгөрә, әле ул төҙәлеүгә табан бара. Ләкин, производствола алған йәрәхәт тип танылырмы - билдәһеҙ.




