Донъяның 30 иленән 3 меңдән ашыу ҡатнашыусы Өфөгә ШОС һәм БРИКС илдәре бәләкәй эшҡыуарлығы форумына йыйыласаҡ

Әлеге көнгә машиналар эшләү, химия, нефть химияһы һәм сауҙа менән шөғөлләнеүсе тиҫтәләрсә компания унда ҡатнашасағын белдергән дә инде. Форумдың эшлекле программаһында 25 тематик секция һәм ике пленар ултырыш.

Фото №1 - Донъяның 30 иленән 3 меңдән ашыу ҡатнашыусы Өфөгә ШОС һәм БРИКС илдәре бәләкәй эшҡыуарлығы форумына йыйыласаҡ

Сара 26 һәм 27 сентябрҙә уҙа. Халыҡ-ара форумда ҡаршылыҡһыҙ хеҙмәттәшлек, экспортҡа эшләгән предприятиеларҙың позицияларын нығытыу, йәғни логистика, сертификатлаштырыу, таможня процедуралары тураһында һүҙ барасаҡ.

Төп иғтибар халыҡтың бизнес менән шөғөлләнеүен дәртләндереүгә йүнәлтелә. Әлеге ваҡытта Башҡортостан 1000 кешегә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары һаны буйынса Рәсәйҙең тәүге 30 төбәге исемлегенә лә инмәй.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ