Ул әлеге мәлдә төҙөкләндерелгән Хәкимов мәсете эргәһендә ҡалҡып сығасаҡ. Хәҙерге ваҡытта майҙанда әҙерлек эштәре бара, реконструкция сиктәрендә бында аллея төҙөү, ял урындары эшләү, эскәмйәләр, фонарҙәр ҡуйыу ҡаралған.
Ҡеүәтле техника иҫке нигеҙҙең ҡалдыҡтарын таҙарта, афальт-бетон кострукцияларға бында урын юҡ. Майҙанда ағастар, ҡыуаҡтар ултырыу, ял урындары эшләү ҡаралған. Төҙөкләндереү эштәрен "Арт-квадрат" үҙәге үҙ өҫтөнә алған, тап улар мәсет эргәһендә аллея төҙөү тәҡдимен индергән дә инде . Проектты әҙерләү бурысы йәш архитекторҙарға тапшырылған, тиҙҙән конкурс ойоштороу ҡарала.
Бер үк ваҡытта мәсет менән мәҙрәсәнең бинаһын төҙөкләндереү бара Эш барышында боронғо фотоһүрәттәр, архив документтары ярҙам итә. Манаралар тап улар нигеҙендә тергеҙелгән. Октябрҙә уның башына ярым ай урынлаштырыу ҡаралған. Реконструкция яһағанда тарихи обьекттың йөҙө тулыһынса һаҡлана. Һәр бер кирбес бетон ҡатнашмаһынан таҙартылып яңынан һалына, яңы аллея ла тарихи урындың йөҙөнә тап килергә тейеш.
Иман йорто 1908 йылда һалынған. Совет осоронда мәсет манараһы ҡолатыла, ә йорт фабрика клубы итеп үҙгәртелә. Ә 1970-се йылдарҙа бында "Башкирэнергон"ның диспетчер хеҙмәте эшләй. Дәүләт ҡоролошонда үҙгәрештәр башланғас мәсет мосолмандарға кире ҡайтарыла. Рәсәй ислам университеты белгестәре бинаның тергеҙелеүен түҙемһеҙлек менән көтә, улар бында дәрестәр уҙғарырға ниәтләй.
Әле обьекттың ҡасан файҙаланыуға тапшырыласағы хаҡында әйтеп булмай. Төҙөүселәр әйтеүенсә, боронғо обьекттарҙы тергеҙеү, яңыһын һалыуға ҡарағанда ла ҡатмарлыраҡ, сөнки тарихи йөҙҙө һаҡлау, үҙенсәлектәрен тапшырыу шарт. Белгестәр иһә был майҙан дини йә тарихи яҡтан ғына түгел, туризмды үҫтереү өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә тип иҫәпләй. Биләмә Өфө халҡының да, ҡунаҡтарҙың да яратҡан урынына әйләнер тип көтөлә.





