Радий Хәбировтың республика башлығы вазифаһына рәсми инеү сараһы ябай шарттарҙа үтә

Был турала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдерҙе. Ант биреү процедураһы эшлекле шарттарҙа, концертһыҙ, башҡа төбәктәрҙән саҡырылған күп һанлы ҡунаҡтарһыҙ ойошторола. Инаугурацияла Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә.

Фото №1 - Радий Хәбировтың республика башлығы вазифаһына рәсми инеү сараһы ябай шарттарҙа үтә

Башлыҡтың вазифаға рәсми инеүе Хөкүмәттең вәкәләттәре тамамланыуын аңлата. Республика етәксеһе уны яңынан формалаштырасаҡ. Башҡортостан Башлығы инаугурацияһы иртәгә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда үтә. Беҙҙең каналда тура трансляция көндөҙгә сәғәт 11-ҙә башлана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ