Баш ҡала мәктәптәрендә балаларҙы сей ит ризыҡтары менән һыйлайҙар

Интернет киңлектәрендә ошондай хәбәр таралыу менән беҙҙең ижади төркөм дә мәғлүмәттең ысынбарлыҡҡа тап килеү килмәүен асыҡларға тырышты. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

Фото №1 - Баш ҡала мәктәптәрендә балаларҙы сей ит ризыҡтары менән һыйлайҙар

Билдәле карикатурист Камил Буҙыҡаевтың һәр ижад емеше йәмәғәтселектә резонанс тыуҙырыуына күнегелгән. Әммә бындай шау-шыуҙы береһе лә көтмәгәйне. Ләкин ығы-зығы тыуҙырған рәсем Буҙыҡаевтыҡы түгел. Фотоһүрәттә баш ҡала мәктәптренең береһендә төшөрөлгән төшкө аш.

Баҡтиһәң мәктәптәге туҡланыуға зарланыусылар байтаҡ булып сыға. Сей ит тә Буҙыҡаевтың балалары уҡыған белем усағында түгел, ә Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан 71-се мәктәптә булыуы асыҡлана. Ҡыҙғылт төҫлө тефтелдәрҙе мәғариф учреждениеһының ашнаҡсчылары үҙҙәре бешергән. Улар әйтеүенсә, бар бешереү технологиялары ла теүәл үтәлгән.

Ольга Алексеева, Өфөнөң 71-се мәктәбе директоры: “Беҙҙә туҡланыуға зарланыусылар, ағыуланыусылар ҙа булғаны юҡ. Интернет селәтәрендә хәбәр таралғас беҙгә килтерелгән ит партияһын шундуҡ файҙаланыуҙан алдыҡ. Ашнаҡсылар ризыҡты тейешле шарттарҙа, оҙаҡ ваҡыт бешергән. Нишләп уның ҡыҙыл төҫтә икәнлеген аңлата алмайбыҙ. Әле ризыҡтар экспертизаға ебәрелде”.

Аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе берҙәм системаға күсергәс мәктәптәрҙе балалар һәм диеталы туҡланыу үҙәге хеҙмәтләндерә. Тап улар етештереүселәр менән хеҙмәттәшлек итә лә инде. Алып киленгән иттең сифатын дәлилләгән барлыҡ документтар ҙа бар ине. Шик тыуҙырырлыҡ бер нимә лә юҡ ине, ти хеҙмәткәрҙәр.

Валентина Ғайсарова, балалар һәм диеталы туҡланыу үҙәге етәксеһе: “Тәү ҡарашҡа ғәҙәти ит. Бар документтары ла бар ине. Уның сифатына ҡағылышлы шик тыуманы. Һаҡлау шарттары ла боҙолманы. Шул килеш белем усаҡтарына оҙаттыҡ. Тефтелдәрҙе мәктәп ашнаҡсылары үҙҙәре бешергән”.

Ашнаҡсылар ҙа таҙа, етештереүселәр ҙә. Ләкин ит сағыу ҡыҙыл булып бешкән. Камил Буҙыҡаев был һүрәткә төҫтәр өҫтәгән тиер инең дә, әммә ул ижадында ҡыҙыл ҡәләм ҡулланмай. Хәҙер инде был картинаға экспертиза ғына аныҡлыҡ индерәсәк. Ә ул ете көн эсендә әҙер була. Ул сағында бешмәгән ит өсөн кемдең ауыҙы бешеререн,ә кемдең йөҙө ҡыҙарырын белербеҙ.

Башбат

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ