Архангел районында «Инйәр» тәбиғәт паркы ойошторолоуы ихтимал

Был хаҡта бөгөн төбәктә район хакимиәте етәкселеге эшҡыуарҙар менән осрашыуында әйтелде. Сара Архангелдә Ҡунаҡсыллыҡ туризмы үҙәген булдырыуға ҡайтып ҡалды.

Фото №1 - Архангел районында «Инйәр» тәбиғәт паркы ойошторолоуы ихтимал

Зәкиулла Хәлилов ата-бабаларыбыҙҙың кәсебен дауам итеүсе. Ул умартасылыҡ менән өс тиҫтә йылдан ашыу шөғөлләнә. Ғаиләнең ул төп табыш сығанағы булып тора.

Хәлиловтар киләсәктә тармаҡ мөмкинлектәрен тағы ла киңерәк ҡулланырға иҫәп тота. Апитерапия йорто, шуларҙың береһе. Башланғысҡа нигеҙ һалынған. Әле бина тулыһынса тиерлек файҙаланыуға әҙер. Был эш бал ҡорто менән дауаланыусыларға ҡулай булмаҡсы. Ул туристарҙы йәлеп итеүҙең бер алымы булып тора. Архангел районында, ғөмүмән, туризм өсөн бар шарттар тыуҙырылған. Бары тейешле иғтибар ғына булһын.

Ошо һәм башҡа һорауҙар төбәк эшҡыуарҙарының район башлығы менән осрашыуында күтәрелде. Сараға Өфөнән белгестәр ҙә махсус саҡырылды. Түңәрәк өҫтәлдең төп мәсьәләһе Архангел районында Ҡунаҡсыллыҡ туризмы үҙәген булдырыуға ҡайтып ҡалды. Уны ойоштороу өсөн бар шарттар бар, тиелде әңгәмә барышында. Төбәктә ауыл хужалығының бар тармағында махсуслашҡан 312 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ эшләп килә.

Әйткәндәй, күптән түгел район етәкселеге республика туризмын үҫтереү дирекцияһы менән киләһе йылға килешеүҙәр төҙөнө. Өфөнән 100 саҡрым алыҫлыҡта ҙур күләмдәге хәрби-тарихи реконструкция, милли байрамдар, "Ылаҡ" уйынын уҙғарыу шуларҙың береһе. Ә Хәлиловтар 2021 йылда Умартасылар конгрессы ҡатнашыусыларын көтөп ҡала.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ