Һауа торошоноң тотороҡһоҙланыуы тураһындағы күҙаллауҙар раҫланды

Өфөлә көслө ел сәбәпле, реклама констукцияларының ҡайһы берҙәренә зыян килгән, ағастар, бағаналар, ҡоймалар ауған, бер-нисә урында электр сымдары өҙөлгән. Граждандар араһында зыян күреүселәр юҡ, тип белдерәләр ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.

Фото №1 - Һауа торошоноң тотороҡһоҙланыуы тураһындағы күҙаллауҙар раҫланды

Ҡала хеҙмәттәре көслө ел эҙемтәләрен оператив бөтөрөү менән мәшғүл. Тәбиғәт көйһөҙлөгө республика райондарында ла күҙәтелә. Баймаҡтан Әлфиә Хәмитова хәбәр итә.

Һауа торошоноң тотороҡһоҙланыуы тураһындағы күҙаллауҙар раҫланды
Фото №2 - Һауа торошоноң тотороҡһоҙланыуы тураһындағы күҙаллауҙар раҫланды

Көслө ел 20 сентябргә тиклем һаҡлана, тип иҫкәртә синоптиктар.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ