Республикала сыҡҡан көслө дауыл арҡаһында ағастар йығылып автомобилдәргә зыян килеү һәм электр сымдары өҙөлөү осраҡтары теркәлде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иртәгә лә ошондай уҡ һауа торошо һаҡланыуын иҫкәртә. Өҫтәүенә, ямғыр һәм борсаҡ яуыуы ла көтөлә.
Сүп-сар контейнерҙары әйтерһең дә, үҙ ара уҙышҡа сыҡҡан. Көслө ел тәгәрмәсле урналарҙы ихата буйлап шырпы ҡабы кеүек кенә ҡыуалап йөрөтә. Тиҙлек алған бактар урамда ултырған автомобилдәргә берелеп туҡтай. Ҡолаған ағастар, аҡтарылған ҡыйыҡтар барыһы ла машиналар өҫтөнә. Ярай ҙа кешеләр араһында зыян күреүселәр юҡ.
Ғәрәсәт тотош республика буйлап үтте. Электр сымдары өҙөлөүгә бәйле, 158 ауыл утһыҙ ҡалды. Эҙемтәләрҙе бөтөрөүгә электр компанияларынан өс йөҙләп хеҙмәткәр һәм 2 йөҙгә яҡын техника йәлеп ителде.
Дауылдан Өфө, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Бәләбәй райондары айырыуса ныҡ зыян күргән. Өфөлә хатта, бейек төҙөлөш краны карусель шикелле әйләнеп торған. Ғәрәсәт Ғафури урамында йорттоң фасадын аҡтарып ырғытҡан. Әле ихатала тергеҙеү эштәре бара.
Хәл республика етәксеһе контролендә. Был турала ул социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты. Дауыл эҙемтәләре менән көрәш күрше Һамар, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә лә бара. Ҡотҡарыусылар алдағы көндәрҙә лә ошондай һауа торошо һаҡланыуы һәм елдең тағы ла көсәйәсәге тураһында иҫкәртә.




