Өфө полицейскийҙары велосипедтар урлауҙа ғәйепләнеүсене ҡулға алған

Күҙалланыуынса, уғрының иҫәбендә тиҫтәнән ашыу урланған велосипед. Күп осраҡта ике тәгәрмәсле транспорт подъездар, йорт ихаталары һәм кибеттәр янында ҡарауһыҙ ҡалдырылған булған.

Фото №1 - Өфө полицейскийҙары велосипедтар урлауҙа ғәйепләнеүсене ҡулға алған

Белоретта йәшәүсе егет уларҙы осһоҙ ғына хаҡҡа һатып торған. Йыш ҡына уны велосипедтарҙың махсус ҡоролмалар менән беркетелеүе лә туҡтатмаған. Үҙенең ҡылығын егет аҡса етмәүе менән аңлата. Әлеге ваҡытта ул ҡулға алынған, уғрылыҡ осраҡтары буйынса енәйәт эше асылған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ