Башҡортостан Башлығы республиканың 2024 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлешен билдәләгән Указға ҡул ҡуйҙы

Документ Башҡортостандың һәр кешеһенә үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыу һәм матди хәлен яҡшыртыуҙы, төбәктең милли байлығын үҫеше һәм юғары көнәркәшлек кимәленә етеүҙе күҙ уңында тота.

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы республиканың 2024 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлешен билдәләгән Указға ҡул ҡуйҙы

2024 йылға тиклем Республика Хөкүмәте Башҡортостанда йәшәүселәр һанын 4 миллион 100 меңгә, тулайым төбәк продукты күләмен 2 триллион һумға еткереү , тупланма бюджеттың һалым һәм һалым булмаған килемдәрен 10 процентҡа үҫтерергә бурыслы. Указға ярашлы, республика биш төп йүнәлеш буйыеса лидер төбәктәр исемлегенә инергә тейеш. Кеше потенциалын үҫтереүгә шарттар, йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырыу, тотороҡло иҡтисади үҫеш тәьмин итеү, инвестиция климатын яҡшыртыу, эшҡыуарлыҡты һәм төбәк инфраструктураһын камилаштырыу төп маҡсат булып тора.

Указ социаль һәм иҡтисади блокка бүленгән, социаль йүнәлеш белем усаҡтары, медицина учреждениелары, мәҙәниәт йорттары, спорт үҙәктәре төҙөлөшөн, уңайлы мөхит формалаштырыуҙы үҙ эсенә алһа, иҡтисади блокта инвестмциялар йәлеп итеү, эш урындары асыу, хеҙмәт хаҡын арттырыу кеүек бурыстар ҡуйылған. Ошо эшмәкрәлек төбәктең үҫешенә, демография күтәрелеүгә, ғүмер оҙолоғо артыуға, миграция ағымын кәметеүгә килтерергә тейеш.Указ үҫештең тәүге биш йыллығы тип аталған.

Автор: Айнур Кәбиров.

Волна
Акции БСТ