Күнекмә үтәгән ваҡытта муйынын ауырттыра. Өфөнөң батут үҙәгендә йырсы Аҡйегет Вәлитов ауыр йәрәхәт ала. Ул ашығыс рәүештә дауаханаға килтерелә. Йырсының туғандары менән БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Аҡйегет Вәлитов йәштәр араһында йырсы, бейеүсе һәм акробат булараҡ билдәле. Ул ҡатмарлы күнекмәләрҙе һис бер ҡыйынлыҡһыҙ башҡара. Трюктар онотолмаһын, еңел үтәлһен өсөн көн һайын уларҙы ҡабатлап тороу кәрәк, ти егеттең ағаһы. Ләкин сираттағы күнекмәләрҙе өйрәнеүе күңелһеҙ тамамлана.
Концертта сығыш яһарға тип, ул яңы сальто трюгын әҙерләй. Быға тиклем яҡшы килеп сыҡҡан күнекмәне акробат мат та эшләп ҡарарға була. Аҡйегеттең ҡолаған мәле видеоға эләккән. Ул ваҡытта егеттең эргәһендә дуҫтары була. Улар беренсе ярҙамға күрһәтә. Әле 22 йәшлек акробат дауаханала.
Ашығыс ярҙам машинаһы йырсыны Өфөнөң 21-се дауаханаһына алып килә. Бында Аҡйегет Вәлитовҡа операция яһайҙар. Уның сәләмәтлеген табиптар тотороҡло ауыр, тип баһалай.
Әлегә һәм киләсәк көндәрҙә Аҡйегет Вәлитов даими табип күҙәтеүе һәм интенсив терапия аҫтында буласаҡ. Үҙе йырлағанса "ауыр көндәр артта ҡалыр", тип ышана егеттең туғандары.




