Енәйәт эшен тикшереү барышында Өфө банктарының береһендәге кассанан күп тапҡырҙар аҡса юғалыу осрағы асыҡланған. Ике йыл эсендә 43 миллион һумдан ашыу аҡса урланған.
Республика Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, банктың өҫтәмә офисы идарасыһы булып эшләгән 39 йәшлек ханым 2017 йылдың ғинуарынан 2019 йылдың июленә тиклем хеҙмәттәше менән бергә ошондай эшмәкәрлек алып барған. Мутлашыусылар әле һаҡ аҫтында, уларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләһе хәл ителә.




