58 йәшлек Ямал-Ненец автономиялы округы кешеһе ҡиммәтле "Toyota Land Cruiser" автомобилендә урындағы 62 йәшлек кешене тапатҡан. Ир юлды тәғәйенләнмәгән урындан үтеп барған.
Йәйәүлене тапатҡас, машина уны капотында 40 метр самаһы алып барған. Ҡазаға тарыусының шунда уҡ ғүмере өҙөлгән. Асыҡланыуынса, водитель иҫерек булған. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.




