Бөгөн иртән Күгәрсен районының Бикбулат ауылы эргәһендә айыу атҡа һөжүм итә

Һөҙөмтәлә йылҡы малы һәләк була. Ваҡиға урынына килгән ветеринарҙар әйтеүенсә, йыртҡыс хайуан ат менән оҙаҡ ҡына алышҡан, ер аҡтарылған урындар ҙа теркәлгән. Ауыл халҡы әйтеүенсә, элегерәк айыуҙар малды йыш йыға, хатта бер айҙа йыртҡыстан 21 баш һыйыр ҡазалана.

Фото №1 - Бөгөн иртән Күгәрсен районының Бикбулат ауылы эргәһендә айыу атҡа һөжүм итә

Әммә һуңғы йылдарҙа эргә-тирәлә айыу һөжүм иткәне ишетелмәй. Ветеринарҙар әйтеүенсә, урман януары атты ашағас, соҡорға һалып киткән, тимәк, уның бында тағы әйләнеп килеүе ихтимал

Республикала айыуҙарҙың малдарға һөжүм иткән был беренсе осрағы ғына түгел. Күптән түгел Ейәнсура районы Мәзит ауылында ла тайыш табан һарайға инеп, тиҫтәләп һарыҡты ҡырған. Ваҡ малдарҙың бер өлөшөн ул йылға буйына күмгән. Кешеләрҙән ҡасып барыусы айыуҙы шулай уҡ Үтәғол ауылында ла күргәндәр. Социаль селтәрҙәргә һалынған видеояҙма интернет ҡулланыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ