Ваҡиға Кушнаренко районы Первушин ауылында булған. 4 фатирлы бер ҡатлы йортта йәшәүселәр күршеләренең янғын иҫкәртеү приборы тауышын ишетеп ҡалған. Ишекте емереп асҡандар, йоҡлап ятҡан хужаны һәм 3 ҡунағын тышҡа алып сыҡҡандар.
Иҙәндә яҫтыҡҡа ут тоҡанған булған. Янғын һүндерелгән, йортҡа әллә ни ҙур зыян килмәгән. Башҡортостанда һуңғы тәүлектә генә янғындарҙа 4 кеше һәләк булды.




