Мәләүез районы суды 43 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарҙы

Ул этил спирты, алкоголь һәм составында спирт булған продукцияны законһыҙ рәүештә етештереүҙә ғәйепләнә. Үҙенең гаражында этил спиртына һыу, хуш еҫле ҡатнашмалар ҡушып, иҫерткес эсемлектәр эшләгән.

Фото №1 - Мәләүез районы суды 43 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарҙы

Ялған араҡыны быяла шешәләргә тултырып, төрлө маркалы этикеткалар йәбештереп, һатыуға әҙерләгән. Суд уны яуаплылыҡҡа тарттырып, 1 миллион һум штраф түләттереү тураһында ҡарар сығарған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ