Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙың береһендә түбә ишелеп төшкән

Ваҡиға Стәрлетамаҡ ҡалаһында теркәлә. Ике ҡатлы бинаның беренсе ҡатында ремонт эштәрен башҡарған ваҡытта түбә емерелә. Асыҡланыуынса, был бүлмәлә бер кем дә йәшәмәгән, бәхеткә ҡорбандар юҡ.

Фото №1 - Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙың береһендә түбә ишелеп төшкән

Был йортта йәшәүселәр ваҡытлыса торлаҡ фондына күсенеүҙән баш тартҡан, улар барыһы ла туғандарында, әле бинаның ни тиклем хәүефһеҙ булыуы асыҡлана, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ