Полиция Әбйәлил районындағы үлемесле авария сәбәптәрен тикшерә

Юл-транспорт фажиғәһе Асҡар ауылында теркәлә. Ямал-Ненец автономиялы округында йәшәүсе 58 йәшлек ир "Toyota Land Cruiser" автомобилендә йәйәүлене бәрҙерә.

Фото №1 - Полиция Әбйәлил районындағы үлемесле авария сәбәптәрен тикшерә

Юлды тәғәйенләнмәгән урындан үтеп барған 62 йәшлек кеше ваҡиға урынында һәләк була. Асыҡланыуынса, водитель иҫерек булған. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ