Уҙған төндә республикала теркәлгән янғындарҙа дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән

Ауырғазы районының Ташлыкүл ауылындағы янғын төнгө 11-ҙән һуң сыға. Ҡотҡарыусылар килеп еткәндә йортто тулыһынса төтөн баҫҡан була. Ярты сәғәт эсендә ут һүндерелһә лә, емереклектәрҙе таҙартҡан саҡта 1963 һәм 1966 йылғы ирҙәрҙең кәүҙәләре табыла.

Фото №1 - Уҙған төндә республикала теркәлгән янғындарҙа дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән

Яҡынса ошо уҡ ваҡытта Хәйбулла районы Бүребай ауылында ла ут сыға. Янған йорттоң түбәһе емерелеп төшә. Һөҙөмтәлә, 1978 йылғы ир вафат була, йәнә бер кеше дауаханаға оҙатыла. Йылайыр районының Юлдыбай ауылында төн уртаһында сыҡҡан утты һүндереүҙә 14 кеше ҡатнаша. Шулай уҡ 1963 йылғы ир һәләк була.

Әле өс янғындың да сәбәптәре асыҡлана. Белгестәр тағы ла бер тапҡыр көндәрҙең һыуытыуын иҫәпкә алып, Башҡортостан халҡын йылытыу ҡоролмалары менән файҙаланғанда һаҡ эш итергә саҡыра.

Фәрит Ғүмәров, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы: “Республикала йылытыу миҙгеле башланды. Был осорҙа граждандар хәүефле йылытыу саралары ҡуллана. Йортоғоҙоо йылытҡанда янғын сығармаҫ өсөн ҡулдан яһалған электр ҡорамалдарын, төҙөк булмаған мейестәрҙе ҡулланмағыҙ. Йылыныр өсөн газ плитаһын тоҡандырмағыҙ”.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ