Инвалид бала тәрбиәләүсе булараҡ Миңлеәхмәтовтарға законға ярашлы торлаҡ биреү ҡаралған. Ләкин муниципалитет ғаиләгә ҡаршы дәғүә менән судҡа сыға. Асыҡланған хәл-ваҡиғалар баланың ата-әсәһенең иреген сикләүе ихтимал.
2012 йылда Миңлеәхмәтовтар ғаиләһендә беренсе ҡыҙҙары Әмирә тыуа. Өс көндән һуң табиптар бәләкәстең бөйөрөндә яман шеш таба. Бер ай эсендә төрлө тикшеренеүҙәр үткәндән һуң, ҡыҙға ике операция яһала. Береһе - шеш менән бергә бөйөрҙө алыу буйынса, икенсеһе ысҡынған йөйҙәр тегелә.
Медик-социаль экспертиза комиссияһы Әмирәне инвалид тип таный. Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләүсе булараҡ Миңлеәхмәтовтар яңы торлаҡ алыу өсөн сиратҡа баҫа.
Миңлеәхмәтовтар әйтеүенсә, уларға ер участкаһы бүленә, әммә унда инфраструктура юҡ. 2014 йылдан алып йәш ғаилә район хакимиәте менән суд тупһаһын тапай. Яңы асыҡланған тикшереү буйынса ҡыҙҙың инвалидлыҡ белешмәһе ялған булыуы ихтимал. Туймазы суды Миңлеәхмәтовтар файҙаһына ҡарар сығарһа ла, район хакимиәте менән судлашыу дауам итә.
Миңлеәхмәтовтарға ҡарата суд тикшереү эше дауам итәсәк. Әгәр ҙә енәйәт танылһа, йәш ғаилә яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал.




