Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм федераль корпорация идараһы рәйесе Александр Браверман ҡатнашты. Корпорация йүнселдәргә гарантиялы финанс һәм лизинг ярҙам күрһәтеүе менән әһәмиәтле. Сессия барышында 780 миллион һумлыҡ бер нисә инвестиция проекттары тикшерелде.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн төбәктә бизнес өсөн заманса инфраструктура төҙөлә. Атап әйткәндә, күптән түгел Өфөлә "Минең бизнес" үҙәге эшләй башланы, шулай уҡ Хөкүмәттә һәм муниципаль берәмектәрҙә аҙна һайын инвесторҙар менән осрашыуҙар уҙғарыла. Корпорация менән хеҙмәттәшлек беҙҙең өсөн ышаныслы һәм һөҙөмтәле финанс ярҙам сығанағы, тине Башҡортостан Башлығы.





