Бөгөн "Эшлекле Рәсәй" йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе менән сит илдең туризм, гастрономия һәм мәҙәниәт буйынса ассоциацияһы араһында ошо туралағы килешеү төҙөлдө.
Италия эшҡыуарҙары Рәсәй менән 2000-се йылдар башынан уҡ хеҙмәттәшлек итә. Ассоциация президенты Башҡортостанда ғына ете тапҡыр булған. Республиканың тәбиғәте, туризм мөмкинлектәре менән яҡшы таныш. Тап ошо өлкәлә ике яҡ араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу отошло булыр ине, ти Массимилиано Панеро .
Башҡортостанды иһә Италия баҙарына экспортлау ҡыҙыҡһындыра. Ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, яҡтар предприятие, ойошма һәм эшҡыуарҙар араһында бәйләнештәр урынлаштырыуҙы яйға һалырға тейеш. Мәҙәни, һәм туризм бәйләнештәренән тыш, сауҙа, иҡтисад һәм фәнни-техник йүнәлештәрҙә лә берҙәм эшмәкәрлек алып барылырға тейеш.





