Күгәрсен районы Бикбулат ауылы эргәһендә айыу атҡа ташланған

Урындағы халыҡ әйтеүенсә, йыртҡыстарҙың ауылға күптән яҡынлағаны булмаған. Яңыраҡ Ейәнсура районы Мәзит ауылында ла тайыш табан һарайға инеп, тиҫтәләп һарыҡты ҡырғайны. Ваҡ малдарҙың бер өлөшөн ул йылға буйына күмгән. Кешеләрҙән ҡасып барыусы айыуҙы, шулай уҡ Үтәғол ауылында ла күргәндәр. Бикбулат ауылында йәшәүсе Фәрит Тимербаев һөйләй.

Күгәрсен районы Бикбулат ауылы эргәһендә айыу атҡа ташланған
Фото №1 - Күгәрсен районы Бикбулат ауылы эргәһендә айыу атҡа ташланған

Яңыраҡ Бөрйән районының Монасип ауылы янындағы йәмәғәт транспорты туҡталҡаһы янында ла айыу күргәндәр.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ