Уҙған төндә республикала сыҡҡан янғындарҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән

Ишембай районы Скворчиха ауылында төндә бер ҡатлы ағас йорт янған. Ҡотҡарыусылар 60 йәшлек ир менән 78 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен таба. Ошо уҡ төндә Йәрмәкәй ауылының Гоголь урамында хужалыҡ ҡоролмалары ҡыйығы яна.

Фото №1 - Уҙған төндә республикала сыҡҡан янғындарҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән

Утта 62 йәшлек ир һәләк була. Ваҡиға урынында оператив-тәфтиш төркөм эшләй. Осраҡ сәбәптәре асыҡлана.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ