Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда "Ауыл тренеры" программаһы башлана. Уға ярашлы, алдағы биш йылда ауылдарға йөҙ тирәһе спорт өлкәһе белгестәре ҡайтарырға иҫәп тотола. Был турала республика етәксеһенең 2024 йылға тиклем төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше тураһындағы указын тормошҡа ашырыуға арналған брифингта белдерелде. Документта шулай уҡ республикала 4 ҙур спорт үҙәге, 16 бассейн төҙөү планлаштырыла.
Үҫеш стратегияһында халыҡтың хәүефһеҙлегенә лә шаҡтай ҙур иғтибар бирелә. 2024 йылға тиклем тотош республиканы дөйөм иҫкәртьеү системаһына тоташтырыу күҙ уңында тотола. Әле тик 18 районда ғына ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә иҫкәртеү мөмкинлеге бар. Янғынды иҫкәртеү ҡорамалдарын бушлай алыусы граждандар категорияһы ла киңәйтеләсәк. 20 янғын һүндереү депоһы төҙөү ҙә ҡарала.





