Янғын сәбәбе тәмәкелә. Ғәҙҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, янғын сығыуҙың күпселек осраҡтары кешенең ут менән һаҡһыҙ эш итеүенә бәйле. Һүндерелмәгән тәмәке арҡаһында сыҡҡан янғында Өфөлә йәшәүсе Леоновтар ғаиләһе зыян күрә. Һанаулы минуттар эсендә барлыҡ әйберҙәре ут эсендә ҡала. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Фажиғәле көндө иҫкә лә төшөргө килмәй, ти Екатерина Леонова.
12 майҙа ул үҙенең улы менән фатирҙарында ремонт эшләй. Көтмәгәндә балкон төтәй башлай. Тап шул көндә улар бар мөлкәтенән тороп ҡала. Яңы ремонт, кейемдәр, документтар ярты сәғәт эсендә юҡҡа сыға. Леоновтар ғаиләһе әйтеүенсә, был көндө бер ҡат аҫта йәшәүселәр байрам ойошторған. Янғын башланғанда ҡатын уларға шаҡый, әммә бер кем дә ишек асмай. Һуңынан билдәле булыуынса, күршеләре тәмәкене һүндермәйенсә магазинға киткән.
Әлегә Леоновтар дуҫтары һәм туғандары ярҙамында йортто һәм документтарын тергеҙә. Ә янғын теркәлгән йорт хужаһы фатирҙы икенсе кешеләргә һатҡан. Осраҡ буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә.
Леоновтар экспертиза һөҙөмтәләрен көткән арала Рәсәйҙә янғынға ҡаршы режимдың ҡағиҙәләре үҙгәреүе тураһында ҡарар сыҡты. Уға ярашлы, балкондарҙа, фатир лоджияларында, ятаҡ бүлмәләрендә һәм ҡунаҡхана номерҙарында асыҡ ут менән ҡулланыу тыйыла.
Статистика буйынса уҙған йылды балконда ғына ике мең янғын сыҡҡан. Төп сәбәбе – тәмәке тартҡанда һаҡһыҙ ҡыланыу. Янғын сығарыуҙа ғәйеплеләр законға ярашлы яуап бирергә һәм күрһәтелгән зыянды ҡапларға бурыслы. Ләкин түләү хаҡы бик ҡиммәт булыуы ла ихтимал.




