Балалар өсөн хәүефле экстрим. Бер нисә көн элек беҙҙең каналда Белорет районы Егәҙе һәм Баҡый ауылдары араһындағы юлдың ташландыҡ хәлдә булыуы тураһында сюжет эфирға сыҡҡайны.
Унда урман сәнәғәте хужалығынан ҡалған юлдың оҙаҡ йылдар дауамында ремонт күрмәүе тураһында хәбәр ителде. Шунлыҡтан төбәк халҡы, шул иҫәптән район үҙәгендәге мәктәп уҡыусылары ыҙа сигергә мәжбүр. Аҙна һайын Белореттан ҡайтыусы балаларҙы Егәҙе ауылында УАЗик көтөп тора. Мәктәп автобусынан төшөү менән балалар таҙа кейемдәрен иҫкеһенә алыштыра. Бигерәк тә, аяҡта оҙон ҡуңыслы итек булыу мөһим.
Уҡыусыларҙың хоҡуҡтары боҙолоу осрағы буйынса Белорет район-ара прокуратура хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәргән. Асыҡланыуынса, Баҡый ауылынан 6 бала аҙна һайын ҡалаға йөрөп уҡырға мәжбүр. Әммә белем алыу йәш быуынға ҙур ҡыйынлыҡтар менән бирелә. Иң төп сәбәп- 30 километр оҙонлоғондағы юлдың насар хәлдә булыуы. Шуға ла күҙәтеүсе орган судҡа мөрәжәғәт иткән.




