Благовещен районында "Полиэф" предприятиеһының химик ҡалдыҡтарын тотоп тороусы ике метрлы нығытма барлыҡҡа килде

Был турала Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса төҙөлгән комиссия хәбәр итте. Уҙған көн заводта ғәҙәттән тыш хәл теркәлде. Киске сәғәт һигеҙҙәр тирәһендә таҙартылмаған һыу һаҡланған бетон резервуар емерелде.

Фото №1 - Благовещен районында "Полиэф" предприятиеһының химик ҡалдыҡтарын тотоп тороусы ике метрлы нығытма барлыҡҡа килде

Ваҡиға урынында махсус төҙөлгән комиссия эшләй. "Полиэф" етәкселеге белдереүенсә, ағып төшкән һыуҙың составында производство ҡалдыҡтары булыуы мөмкин. Уның һыуҙа бер аҙ ваҡыт үткәндән һуң юғалыу үҙенсәлеге бар. Әле предприятиела емерелгән резервуарҙа ҡалған һыуҙы һурҙырыу бара. Таҙартыу ҡоролмалары штатлы режимда эшләй. Ҡалаға СИБУР холдингы идаралығы ағзалары лә килгән. Әлеге ваҡытта биләмәне таҙартыу планы әҙерләнә. Бар сығымдарҙы предприятие үҙ иҫәбенә ҡаплай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ