Вәғәҙә үтәлмәгән. Быйыл йәй Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында Радий Хәбиров торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар менән осрашҡайны.
Халыҡ үҙҙәрен борсоған һорау менән инцидент системаһында мөрәжәғәт иткән булған. Асыҡланыуынса, проблемалы йортҡа 2014 йылда нигеҙ һалына. Бөгөнгә ул 95 процентҡа әҙер. Радий Хәбиров менән осрашыу барышында ҡала хакимиәте һәм төҙөлөш компанияһы вәкилдәре эштәрҙең октябрь уртаһына тамамланасағы тураһында һүҙ биргәйне. Әммә социаль маҡсатлы программалар фондынан 30 миллион һум күләмендә займ бүленеүгә ҡарамаҫтан, хужалар һаман да фатирҙарына күсә алмай.
«Төҙөлөш» сәғәтендә республика башлығы хәлде анализларға һәм өлөшсөләргә фатир асҡыстарын биреүҙе тиҙләтергә ҡушты. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Радик Ғәлиев «Өфө-Квартал» компанияһы төҙөй башлаған йорт ноябрь аҙағында сафҡа инәсәк тип белдерҙе.





