Улар түшәмдән ямғыр һыуҙары ағып төшөүенә зарлана.
Республика байрамы көндәрен Гөлназға тас тотоп түшәмдән аҡҡан һыуҙы йыйып үткәрергә тура килгән. Тәүҙә тамсылап ҡына торһа, һуңынан бөтә бүлмәләрҙең стеналары буйлап ағып төшкән. Фатир буйлап ҡуйырға һауыттары бөткәс, аҫҡы ҡатта йәшәүсе күршеләренә мөрәжәғәт иткән.
Асыҡланыуынса, төбәк операторы күп ҡатлы йорттоң ҡыйығын яңырта башлаған. Иҫкеһен алып ташлағандан һуң яңыһы түшәлмәгән, ә көнө буйы ҡойған ямғыр һыуҙары тура торлаҡҡа ағып төшә.
Документтар буйынса йорттоң ҡыйығын яңыртыу 15 майҙан 15 октябргә тиклем тамамланырға тейеш булған. Әммә ямғырлы йәй менән көҙ эште тотҡарлаған.
Йорттоң ҡыйығын капиталь төҙөкләндереү тағы 20 көнгә оҙайтыласаҡ, тип белдерә подрядсы ойошма. Әлегә был ремонттан һигеҙ фатир зыян күргән. Синоптиктар алдағы көндәрҙә лә ямғырҙар вәғәҙәләй. Ярты йыл буйы башҡарылмаған икән, тимәк, подрядсыларға бында йыл аҙағына тиклем дә эш етәсәк әле.




