Был турала Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров менән Үзбәкстандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Батыржон Асадов менән осрашыуҙа һүҙ барҙы. Рәсми вәкилдәр ике яҡ араһындағы хеҙмәттәшлеккә йылдан-йыл ихтыяж артыуын билдәләне. Былтыр Башҡортостан менән Үзбәкстан араһындағы сауҙа әйләнеше 7 процентҡа артып, 48 миллион ярым доллар тәшкил иткән.
Һуңғы осорҙа был илдәге ижтимағи-сәйәси үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алғанда дәүләт-ара ғына түгел, төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә ихтыяж да көсәйә. Башҡортостан нефть, нефть эшкәртеү, химия сәнәғәте, юғары технологиялы тауарҙар өсөн яңы баҙар эҙләһә, Үзбәкстан ауыл хужалығы тауарҙары һәм еңел автомобилдәр һатырға теләй. Бынан тыш, социаль һәм гуманитар өлкәлә лә мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу заман талабы.
Үзбәкстан илсеһе Өфөлә яңыраҡ эшләй башлаған күп функциялы миграция үҙәге эшмәкәрлеге менән дә танышты. Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палатаһы башланғысы менән ойошторолған заманса учреждение республика иҡтисадына мигранттар көсөн йәлеп итеүгә махсуслашҡан.
Үҙәккә мөрәжәғәт итеүселәргә бер урында дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә. Улар паспорт-виза контроле үткәндән һуң, табип күҙәтеүенә алына, рус теле буйынса имтихан тота. Закон талабы теүәл үтәлгәндә 10 көн эсендә сит ил кешеһе Рәсәйҙә эшләү хоҡуғы биргән патент ала. Хеҙмәттәр тулыһынса түләүле, һалым республика ҡаҙнаһын тулыландыра.





