Урам эсендәге күл. Күптәр үҙҙәренең ихатаһында һыу ятҡылығы булыуын теләй. Бының өсөн улар ҙур аҡсалар түләргә лә әҙер. Әммә Өфөнөң Сун-Ят-Сен урамында йәшәүселәр йорттары эргәһендә барлыҡҡа килгән күлдән әллә ни ҡәнәғәт түгел. Ризаһыҙлыҡтарын улар бысраҡ һыуҙың баҡсаларҙы баҫыуын һәм тирә-йүнгә әсе еҫ таратыуы менән аңлата. Шуға ла хужалар ярҙам һорап власть органдарына мөрәжәғәт иткән. Милекселәр һәм төҙөлөш ойошмаһы вәкилдәре араһында тыуған низағҡа БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов шаһит булды.
Ҡыҙыу бәхәскә Сун-Ят-Сен урамындағы ошо һыу ятҡылығы сәбәпсе булған. Өс метр тәрәнлектәге күлдең барлыҡҡа килеүендә хужалар төҙөлөш ойошмаһын ғәйепләй. Сөнки бер нисә йыл элек эргәлә генә күп ҡатлы йорттар ҡалҡа башлаған. Әммә өйҙәр менән бергә шәхси ихаталарҙағы йырында бысраҡ һыу күтәрелергә тотонған.
Хәйер, хужалар бөтөнләй уңышһыҙ ҡалған тип әйтеп булмай. Һәр хәлдә ерҙәге йыйылмай ятҡан алмаларға ҡарап икенсе фекер йөрөтөргә мөмкин. Шулай ҙа эргәлә генә балалар майҙансығы урынлашыуын иҫәпкә алғанда, ысынлап та, хәүефләнергә урын бар. Сөнки кешеләр йыш ҡына өйрәктәргә ҡыҙығып күлгә яҡын килә. Шуға ла фажиғәләрҙе иҫкәртеү маҡсатында төҙөлөш ойошмаһы тейешле саралар күрергә тейеш, ти халыҡ фронты ағзалары.
Төҙөлөш ойошмаһы вәкилдәре проблеманы хәл итеү өсөн һыуҙы бер нисә тапҡыр һурҙырып ҡараған. Әммә күрелгән сара әлегә тейешле һөҙөмтә бирмәй. Милекселәр иһә мәсьәләне яңы урынға күсеү менән генә хәл итергә мөмкин иҫәпләй. Бының өсөн улар законға ярашлы, яңы йорттан фатирҙар бүленеүенә өмөт итә.
Әммә йорт хужалары төҙөүселәрҙең вәғәҙәләренә ышанырға ашыҡмай. Шулай ҙа улар халыҡ фронты ярҙамында боҙ урынынан ҡуҙғалыр тип ышана. Өҫтәүенә, милекселәр менән бөгөнгө осрашыуға урындағы хакимиәт, Роспотребнадзор һәм башҡа ведомство вәкилдәре лә килде.




