Төндә юл инспекторҙары делимобиль компанияһынан ҡуртымға алынған автомобилендә хоҡуҡ боҙоусыны ҡулға алды

Каршерингта уҙыш. Асыҡланыуынса, баш ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан кафеларҙың береһендә эсеп алған егет байрамды Черниковка биҫтәһендә дауам итергә була. Әммә таксиға аҡсаһы булмай. Шулай ҙа каршеринг автомобиленә түләрлек кенә таба. Уны хатта, водитель таныҡлығы булмауы ла уйландырмай.

Фото №1 - Төндә юл инспекторҙары делимобиль компанияһынан ҡуртымға алынған автомобилендә хоҡуҡ боҙоусыны ҡулға алды

Күп тә үтмәй юғары тиҙлектә елгән делимобиль транспортын юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары күреп ҡала һәм ҡыуырға төшә. Эскән килеш руль артына ултырыусы ихаталарҙың береһендә туҡтатыла. Ваҡиға урынына каршеренг компанияһы вәкиле лә килеп етә.

Хәҙер иһә егеткә юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн дә, таныҡлығы булмай тороп автомобилде алып киткәнгә лә ҙур ғына күләмдә штраф түләргә тура киләсәк. Ваҡиға һөҙөмтәләре буйынса уҙғарылған тикшереү барышында ҡырын тейәп руль артына ултырырға яратҡан егеттең башҡа эштәре лә асыҡланды.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ