Бөгөн иртән юл фажиғәһендә Башҡортостанға ҡайтып килгән вахта эшселәре һәләк булды

Фажиғә Екатеринбург – Төмән автомобиль юлының 195-се километрында теркәлгән. Талицы ҡалаһы тирәһендә ике пассажир ултыртҡан Рено Меган автомобиле ҡаршылағы ДАФ йөк машинаһына барып бәрелә.

Фото №1 - Бөгөн иртән юл фажиғәһендә Башҡортостанға ҡайтып килгән вахта эшселәре һәләк булды

Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе менән пассажирҙар ваҡиға урынында һәләк була. Йөк машинаһы водителе зыян күрмәгән. Осраҡ сәбәптәре асыҡлана. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, еңел автомобиль водителе руль артында йоҡлап киткән.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ