Стәрлетамаҡта еңел автомобиль менән автобус бәрелешеүе һөҙөмтәһендә биш кеше зыян күргән

Юл-транспорт фажиғәһе бөгөн көндөҙгө сәғәт дүрттәр тирәһендә ҡаланың Патриотик урамында теркәлгән. "Opel Astra" автомобиле менән идара итеүсе 36 йәшлек ҡатын 43-сө маршрут буйынса алдан барыусы "Fiat Ducato" автобусына барып һуғыла.

Фото №1 - Стәрлетамаҡта еңел автомобиль менән автобус бәрелешеүе һөҙөмтәһендә биш кеше зыян күргән

Автобус салонында биш пассажир була. Уларҙың барыһына ла ҡала дауаханаһында кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтелә. Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре авария сәбәптәрен асыҡлай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ