Тикшереү иҫбатлауынса, Батыр Мөхәмәтов менән Булат Рахманов халыҡ-ара ойошманың әүҙем ағзалары булып, Башҡортостанда был хәрәкәтте булдырған.
Енәйәтселәр ойошманың террорсылыҡ менән шөғөлләнеүен һәм уның илдә тыйылған булыуын белеп эш иткән. Ойошмала һәр кемдең үҙ роле һәм бурысы булған. Уға ҡабул ителгәндә юғары етәксенең бойороҡтарын бер ҡаршылыҡһыҙ үтәү хаҡында ант бирелгән.
Тентеү ваҡытында террорсыларҙа тыйылған әҙәбиәт, экстремистик материалдар табылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл февралдә ғәйепләнеүселәр беренсе инстанция ҡарары менән риза булмай. Апелляция ҡарарына ярашлы, Батыр Мөхәмәтов 16 йыл ярымға, Булат Рахманов 16 йыл өс айға ҡаты режимлы колонияға оҙатылды. Ойошманың ҡалған 10 ағзаһының иректән мәхрүм ителеү ваҡыты үҙгәрешһеҙ ҡалды.




