Өфө Архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ башҡорт колледжында студенттар ағыуланған

Үткән йома Архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ башҡорт колледжының беренсе курсында уҡыған 7 cтудент, ашханала туҡланғандан һуң үҙҙәрен насар тойоуҙары хаҡында белдерә. Колледж студенттарына шунда уҡ ашығыс ярҙам хеҙмәте саҡыртыла. Студенттар Өфөнөң 4-се инфекция дауаханаһына оҙатыла. Әлеге ваҡытта улар ныҡлы табип күҙәтеүендә дауаханала ҡала. Эксперттар белем биреү учреждениеһындағы ашхананы санитар нормаларға тикшерә. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһы.

Фото №1 - Өфө Архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ башҡорт колледжында студенттар ағыуланған

Архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү бүлегендә бөтәһе 575 студент белем ала. Ағыуланыу осрағы теркәлгән көндә 386 cтудент һәм 19 мастер ашханала туҡланған. Улар араһында беренсе курс студенттары ла була.

Андрей Шишикин, Архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ башҡорт колледжының белгестәр әҙерләү бүлеге мөдире: “1-се курста белем алған 122-cе төркөм студенттары иртәнге 11-ҙә ашханала тамаҡ ялғаған. ун биш минут тирәһе ваҡыт үткәс, был төркәмдән бер -бер артлы ете кеше хәле насарайыу хаҡында белдерҙе.Беҙ шунда уҡ ашығыс ярҙам саҡырып, уларҙы дауаханаға оҙаттыҡ”.

Дауалау учреждениеһында колледждың ете студенты әлеге ваҡытта Өфөнөң 4-cе инфекция дауаханаһында табип күҙәтеүендә. Уларға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә.

Был пациенттарға нормативтар буйынса тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә, әлеге ваҡытта уларҙың хәле яҡшыра. Анализдар биш-алты көн эсендә әҙер була.

Рәсәй ҡулланыусылар йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында ете студент ағыуланыу факты хаҡында хәбәр алыныу менән белем биреү учреждениеһында ведомство белгестәре тарафынан аҙыҡ-түлек өлгөләре тикшерелгән һәм дөйөм туҡланыуҙа эшләүселәрҙән анализдар алынған.

Анастасия Кучимова, Рәсәй ҡулланыусылар йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат секретаре: “Әлеге ваҡытта колледжда дөйөм туҡланыу зонаһы ваҡытлыса ябылған. Студенттар кибеттәрҙән аҙыҡ-түлек һатып ала”.

Рәзил Дәүләтов, Архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ башҡорт колледжының 3-cө курс студенты: “Быға тиклем ашханала туҡландыҡ, һәйбәт ашаталар ине, хәҙер ашхана ябылғас, магазиндан аҙыҡ-түлек һатып алабыҙ”.

Ете студентттың колледж ашханаһында ағыуланыу осрағын тәфтиш комитеты ла тикшерә. Рәсәй ҡулланыусылар йәмғиәте белгестәре менән берлектә ваҡиға урыны ҡаралған, аҙыҡ-түлек өлгөләре тикшереүгә ебәрелгән һәм унда эшләүселәрҙән, ашханала туҡланыусыларҙан һорау алынған. Аҙыҡты етештереү һәм ҡулланыуға сығарыуҙа санитар-эпидимиологик нормалар үтәлешен тикшереү һөҙөмтәһенән һуң, тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк.

Башбат

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ